Радий Хәбиров мәктәптәрҙә туҡланыу мәсьәләһенә бәйле хаталар өҫтөндәге эш менән ҡәнәғәт түгел

Сюжетта билдәләп үтелеүенсә, Башҡортостан Башлығы уҡыусыларҙың туҡланыуына бәйле хаталар өҫтөндәге эште тейешле кимәлдә түгел тип баһаланы.  

Сөнки уҡыусыларҙың ата-әсәләре әле һаман ялыу ебәреүен дауам итә. Уларҙың иң ҙур өлөшө Өфө мәктәптәренә тура килә. Улар башлыса һыуынған аҙыҡ, макарон һәм бутҡаларға ризаһыҙлыҡ белдерә. Был турала Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская еткерҙе.  «Балаларҙы сифтлы ашатыу -  дәүләт бурысы. Өс етешһеҙлек факты асыҡлана икән, директорҙы эштән ҡыуығыҙ», - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров мәктәптәрҙә туҡланыу мәсьәләһенә бәйле хаталар өҫтөндәге эш менән ҡәнәғәт түгел

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ