Өфө рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллина Сингапурҙа үтәсәк 1-се халыҡ-ара конкурста ҡатнаша

Өфө рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның яңы әҫәре Сингапурҙа үтәсәк 1-се халыҡ-ара акварель күргәҙмәһе һәм конкурсында ҡатнашыусы һынлы сәнғәт өлгөләре исемлегендә. Яҡташыбыҙҙың "Баҡсамдағы гөлөм" картинаһы халыҡ-ара конкурсҡа тәҡдим ителгән 500-ләгән эш араһынан һайлап алынған. "Һауығыуға юл" тип аталған күргәҙмә быйыл августа уҙа. Конкурстың  маҡсаты – кешеләрҙә һәм айырыуса йәш быуында һынлы сәнғәт аша эстетик зауыҡ тәрбиәләү. Шуға ла унда кеше тормошона кире йоғонто яһаған күренештәр һүрәтләнгән рәсемдәр ҡабул ителмәгән.

Ләйсән Рәхмәтуллина – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премяһы лауреаты. Акварель оҫтаһының ижади багажында Башҡортостанда һәм  Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған тиҫтәләрсә  күргәҙмә иҫәпләнә. 

Фото №1 - Өфө рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллина Сингапурҙа үтәсәк 1-се халыҡ-ара конкурста ҡатнаша

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ