«Ҡашҡаҙан» күңел асыу һәм ял паркы Республика көнөнә сафҡа инергә тейеш

Был бурысты Өфө ҡалаһы етәкселегенә Башҡортостан башлығы ҡуйҙы. Сипайлово биҫтәһендә биләмәне төҙөкләндереү барышы менән Радий Хәбиров яҡындан танышты. Әлегә тиклем эш парк уртаһындағы күлдә барҙы. Уның төбөнән 40 мең йөк машинаһы ләм, бысраҡ һәм сүп-сар сығарылған.

Һыу ятҡылығының тәрәнлеге 4 метға еткерелгән. Шәхси йорттарҙан түгелгән бысраҡ һыуҙарҙың күлгә эләгеүен кәметеү маҡсатында фильтрлау экраны һәм ямғыр канализацияһы урынлаштырылған. Белгестәр «Ҡашҡаҙан» күлендә үҙенсәлекле экоситема барлыҡҡа килеүенә өмөтләнә. Ҡала халҡы хәүефһеҙ пляж менән тәьмин ителә.

Паркта балалар майҙансығы, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн айырым һуҡмаҡтар булдырыу ҡаралған. Ҡашҡаҙан күле халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнергә тейеш. Йәй һыу инеү, яҙлы-көҙлө йүгереү һәм велосипедта йөрөү, катамаран һәм кәмәләрҙе прокатҡа алыу мөмкинлеге булдырылһа, ҡышҡыһын паркта саңғы һәм санала шыуыу ойоштороласаҡ.

Бынан тыш, кәмендә ике ресторан асыу, оркестр майҙансығы ойоштороу ҡарала. Планға ярашлы, «Ҡашҡаҙан» Рәсәйҙә иң күркәм ял һәм күңел асыу паркына әйләнергә тейеш.

Фото №1 - «Ҡашҡаҙан» күңел асыу һәм ял паркы Республика көнөнә сафҡа инергә тейеш

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ