Өфөлә»Ҡанатлы күңел ҡәләме»сәсмә әҫәрҙәрҙе ятҡа һөйләү республика конкурсы үтте

Өфөлә халыҡ ижады мәҙәниәт йортонда «Ҡанатлы күңел ҡәләме»сәсмә әҫәрҙәрҙе ятҡа һөйләү республика конкурсы ойошторолдо.

Конкурс ике өлөштән тора. Һайлап алыу турын үтеүселәр икенсе турҙа тере тауышҡа һөйләй. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын он-лайн форматта мәҙәниәт порталында ҡарарға мөмкин.

«Башҡортостан республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереү, һаҡлау саралары» хаҡында дәүләт программаһы сиктәрендә ойошторолған конкурс 16 йәштән 35 йәшкә тиклем ижад ҡомары булған йәштәр араһында үтә. 

Фото №1 - Өфөлә»Ҡанатлы күңел ҡәләме»сәсмә әҫәрҙәрҙе ятҡа һөйләү республика конкурсы үтте

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ