Өфөлә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар араһында күпалыш ярышы үтте. Афған һәм Чечен һуғышы, башҡа хәрби бәрелештәр ветерандары мәргәнлеккә, көскә һәм отҡорлоҡҡа көс һынашты. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Калашников автоматын тиҙлеккә һүтеп-йыйыу һауа десант ғәскәре ветераны Фәнүр Дәүләтбаев өсөн бер ни түгел. Был ҡорал менән ул ашығыс хеҙмәткә алынған ваҡыттан бирле таныш. Чечен һуғышында десантсының төп бурысы - снарядтарҙы минанан таҙартыу булған осраҡта ла, АК-47 һәр саҡ ҡул аҫтында булды, ти ул.
Афған һәм Чечен яуҙарында ҡатнашыусылар, һауа-десант ғәскәре һәм спецназ ветерандары Өфөнөң 161-се лицейында осрашты. Республиканың төрө райондарынан барлығы 12 команда йыйылды. Бынан тыш, өлкәндәр менән бер рәттән мәктәп уҡыусылары дружиналары ла ярышты.
Калашников автоматын һүтеп-йыйыу нормативтарын үтәү, «магазинды» патрондар менән тултырыу, электрон ҡоралдан мәргәнлеккә көс һынау һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби тарихы буйынса һорауҙар. Ярыштың спорт өлөшө күпалыш һынауҙарынан – гер күтәреү һәм артан тартышыуҙан торҙо.
Әлфинә Килдейәрова




