Яҙҙың тәүге көнө башҡорт ғаиләләрен данлай

Стәрлетамаҡта «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ижади бәйге өс этапта барҙы, һайлап алыу турҙары Башҡортостандың ете зонаһында һәм Рәсәйҙең ике төбәгендә үткәйне. Финалға сыҡҡан эшһөйәр, тырыш, сәнғәткә ғашиҡ ғаиләләр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Бишек йыры» сабыйҙарҙың киләсәген билдәләүсе рухи аҙыҡ. Саф башҡорт телендә яңғыраған йылы һүҙҙәр, өгөт-нәсихәттәр, ҡурай, ҡумыҙ көйҙәре. Өлгөлө башҡорт ғаиләһе конкурсын йыр-моңға ғашиҡ Һағынбаевтар ғаиләһе асып ебәрҙе. Артабан сәхнәгә Саҡмағош районынан Резида менән Филүс Ильясовтар сыҡты. Уларға һоҡланмау мөмкин түгел, ун бер балаға ғүмер бүләк итеп, илһөйәр, эшһөйәр быуын тәрбиәләйҙәр.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе республика конкурсы финалына  ун ғаилә үткән. Улар араһында Ырымбур өлкәһе вәкилдәре лә булды. Ҡатнашыусылар саф башҡорт телендә сығыш яһап, йолаларға ғөрөф-ғәҙәттәр, тарихҡа тоғролоғон белдерҙе

тамашасылар һәр ғаиләне көслө алҡыштарға күмде. Учалынан Үҙәнбаевтар ҙа  сәнғәт донъяһынан айырылғыһыҙ. Улдары милли музыка ҡоралдарында оҫта уйнаһа, ҡыҙҙары әсәһенән ҡалышмай тыпырҙатып бейене

Бәйгегә старт 2016 йылда тап Стәрлетамаҡта бирелгән, киләсәктә ул ҡала брендына әйләнеп, йыл һайын ойошторолор тигән өмөт ҙур. Дүртенсе йыл рәттән сара Башҡортостан кимәлендә үтә, быйыл асыҡ форматта ойошторола.

Бәйге Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан да хуплау тапҡан. Быйыл  ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата премиялар тапшырылды. Йөҙәр мең һумлыҡ сертификатҡа ғаилә оҫталығы номинацияһында Хәйбулла районынан Суриндар, ғаилә ҡиммәттәре номинацияһында Өфө районынан Мәхмүтовтар, ғаилә ижады номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишмөхәмәтовтар лайыҡ булды.

Фото №1 - Яҙҙың тәүге көнө башҡорт ғаиләләрен данлай

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ