Санкт-Петербургтан компания беҙҙең республикала завод асырға ниәтләй. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров инвестор менән һөйләшеү үткәрҙе. Заводта пилотһыҙ вертолет һәм аэротакси сығарыу ҡарала. Компания махсус иҡтисади зона резиденты була.
Инвесторҙар өсөн яңы биләмә кәрәклеге тураһында Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне.




