Дмитрий Васильев Владимир Путин менән осрашыуҙа ҡатнашасаҡ

Президент 2018 йыл Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм ителгән Рәсәй спортсылары менән осрашасаҡ. Сара 16 февраль Мәскәүҙә үтәсәк.

Фото №1 - Дмитрий Васильев Владимир Путин менән осрашыуҙа ҡатнашасаҡ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө “осоусы саңғысыһы”на Пхенчхандағы Олимпиадала ҡатнашырға рөхсәт бирелмәне. Халыҡ-ара олимпия комитеты 2001 йылғы дисквалификацияны иҫәпкә алған, тип фараз ҡыла Дмитрий Васильев үҙе. Ул саҡта спортсыла фуросемидҡа ыңғай допинг-проба асыҡлана.

Һөҙөмтәлә, атлет ярыштарҙа ике йыл ҡатнашмай, ҡайһы бер ҡаҙаныштары ғәмәлдән сығарыла. Дисквалификация арҡаһында, шул иҫәптән, Васильев 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарынан да ситтә ҡалды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ