Бөгөн Михаил Горбачевҡа 90 йәш

Фото №1 - Бөгөн Михаил Горбачевҡа 90 йәш

СССР-ҙың тәүге президенты ниндәй сәйәсмән булараҡ хәтерҙә ҡалған? “Ул Советтар Союзы кеүек бөйөк дәүләтте етәкләй алырлыҡ шәхес түгел ине”, - тигән фекерҙә Дәүләт Думаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш депутаты Зифҡәт Сәйетғәлиев.

Бөгөн Михаил Горбачевҡа 90 йәш

Миахил Горбачев Совет системаһына реформалар индерергә тырыша. Һалҡын һуғышты туҡтата, Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға өлгәшә. Фәлсәфә фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин фекере.

Бөгөн Михаил Горбачевҡа 90 йәш

Михаил Горбачев донъялағы 30-ға яҡын университеттың почетлы докторы. Ул байтаҡ халыҡ-ара ойошмаларҙың эшмәкәрлегендә ҡатнаша, йыш ҡына лекциялар менән сығыш яһай. Бер нисә китап авторы. Әйткәндәй, уларҙың береһе ошо көндәрҙә сыҡҡан. Йыйынтыҡта элекке президент адресына совет һәм сит ил граждандары ебәргән хаттар урын алған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ