Һуңғы дүрт йылда ғына дәүләт ярҙамы менән Баймаҡ райондың утыҙҙан ашыу белем учреждениеларында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Ҡаланың "Йондоҙло" балалар баҡсаһында иҫке тәҙрәләрҙе замансаға алмаштырыу үҙ һөҙөмтәһен күрһәтә. Хәҙер бында йылы һәм яҡты. Быға тиклем күп кенә уңайһыҙлыҡтар килтергән тәҙрәләр мәсьәләһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамы менән хәл ителә. Был маҡсатта бер миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә. “Йондоҙло” балалар баҡсаһы мөдире Роза Рәхимғолова.
Ниғәмәт мәктәбендә 130 бала белем ала. Уҡыусылар күрше ауылдарҙан да йөрөп уҡыйҙар. Ошо уҡ бинала 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашҡан. Быйыл урындағылар белем усағының тәҙрәләрен яңыртырға ниәтләй. Ниғәмәт мәктәбе директоры Наил Иҫәнбаев һөйләй.
Ниғәмәт балалар баҡсаһы тәрбиәсе Рәмзиә Ғайсина, кескәйҙәр яҡшы шарттарҙа тәрбиәләнергә тейеш, тигән фекерҙә.
Халыҡ, башлыса белем учреждениеларында төҙөкләндереү башҡарыу ниәте менән сығыш яһай. Ишек – Тәҙрәләр, иҙәндәр , спорт залдары торошо - урындағыларҙы борсомай ҡалмай. Быйыл иһә проектта ун белем биреү учреждениеһы - Ғүмәр, Беренсе Төркмән, Өмөтбай, Ниғәмәт, Юлыҡ, Ишмөхәмәт, Татлыбай, Ишбирҙе, Сосновка, Беренсе Этҡол мәктәптәре ҡатнашырға теләк белдерҙе. Урындарҙа дәүләт ярҙамы менән һис шикһеҙ файҙаланып ҡалырға кәрәк. Бының өсөн урындарҙа халыҡтың тырыш һәм әүҙем булыуы мөһим.




