Магнитогорск-Ира трассаһында 40 йәшлек ҡатын “Лада Ларгус” машинаһында юл ситендә торған автогрейдерға бәрелеп һәләк булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре юлды тикшереп етешһеҙлектәр тапҡан. Юл өсөн яуаплы юридик ойошмаға ҡарата административ эш асылған. Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ авария теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше яраланған. Тәүлек эсендә 2300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу асыҡланған, 23 иҫерек водитель тотолған.




