Республикала 8-се март байрамы алдынан ләлә сәскәһен үҫтереүселәр һаны йылдан-йыл арта. Ошондай уңған ханымдарҙың береһе Өфө районы Шамонин ауылында йәшәй. Зәлиә Мостаева йортоноң икенсе ҡаты сәскәләр яланына әйләнгән. Мауыҡтырғыс эшкә ул өс йыл элек тотонған.




