Башҡортостанда мең ярым туристик навигация билдәһе барлыҡҡа киләсәк

Мәсьәлә Радий Хәбиров етәкселегендә ойошторолған «Транспорт сәғәте»ндә тикшерелде. Онлайн кәңәшмәлә йәмәғәт транспортын һәм юл инфраструктураһын  үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде.

Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова билдәләүенсә, бөгөнгә туристик навигация билдәләренең яртыһы тиерлек ҡуйылған. Ведомство белгестәре шулай уҡ ғәмәлдәге билдәләрҙе башҡорт телендәге мәғлүмәти таҡталар менән дә тулыландыра башлаған.

Милли тамғалар яҡын киләсәктә муниципаль һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа ла урын алып тип көтөлә. Билдәләрҙе әҙерләү һәм монтажлау өсөн 35 миллион һум талап ителә. Радий Хәбиров, был мәсьәләне финанс министрлығы менән берлектә хәл итеп, туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн тамғаларҙы федераль трасса буйҙарында ла ҡуйыу мөһимлеген билдәләне.

Кәңәшмәлә автобустар паркын яңыртыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә заман талаптарына яуап бирмәгән 300-ҙән ашыу йәмәғәт транспортын алмаштырыу ҡаралған. Бының өсөн май-июндә «Башавтотранс» компанияһы  «Вектор» маркалы 120 заманса автобус менән тулыланасаҡ. Ә йыл аҙағына тиклем тағы ла ҙур класлы 160 «НЕФАЗ» автобусы һатып алынасаҡ. Бер үк ваҡытта шәхси пассажир ташыусылар ҙа үҙ техникаһын яңыртырға планлаштыра.

Фото №1 - Башҡортостанда мең ярым туристик навигация билдәһе барлыҡҡа киләсәк

Илдар Байбулатов

Волна
Акции БСТ