Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында мәшғүллек баҙарындағы хәл тикшерелде.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, былтыр коронавирус пандемияһы һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырҙан ашыуға артҡан. Республикала ла хеҙмәт баҙарындағы хәл ябай түгел, тине премьер-министр Андрей Назаров. Былтыр декабрҙә дөйөм эшһеҙлек күрһәткесе 6 процентҡа еткән. Шулай ҙа әлеге ваҡытта был кире күренеш яйға һалына башлаған.
Хеҙмәт баҙарындағы мәғлүмәттәр һәм яҡын киләсәккә пландар менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, рәсми теркәлгән эшһеҙҙәрҙең артыуына эшһеҙлек буйынса пособиеның дүрт тапҡырға күтәрелеүе лә кире йоғонто яһаған.
Андрей Назаров яңы тәғәйенләнгән вице-премьер Максим Забелинға эшһеҙлекте ҡыҫҡартыу буйынса федераль саралар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу эшен әүҙемләштереү бурысы ҡуйҙы.
Илдар Байбулатов




