Салауат ҡалаһының 36-сы балалар баҡсаһының ясли төркөмө интерактив экрандар һәм кескәйҙәрҙең зиһенен үҫтереү өсөн башҡа заманса ҡорамалдар менән байытылды.
Мәктәпкәсә учреждениены яңыртыу «Демография» милли проекты һәм «Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн урындар булдырыу» төбәк программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған. Бинала капиталь ремонт эшләнгән. Яңы корпусҡа 3 йәшкә тиклемге сабыйҙар йөрөйәсәк.
Балалар баҡсаһы 187 урынлыҡ. Әлеге ваҡытта 82 балаға йүнәлтмә бирелгән, уларҙың туғыҙы йөрөй башланы ла инде. Ҡалғандары медицина тикшереү үткәс киләсәк.
Гөлдәриә Йосопова




