Икенсе этапҡа сығыу өсөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Силәбенең «Трактор» клубы менән көс һынаша. Яҡтар араһындағы тәүге осрашыу иртәгә «Өфө-Арена»ла үтә. Хәл иткес уйындар алдынан юлаевсыларға ҡунаҡҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килде. Республика етәксеһе билдәләүенсә, ҡатмарлы миҙгел булыуға ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ сағыу уйындары менән һөйөндөрҙө. Рәттән 9 тапҡыр еңеү быға асыҡ миҫал булып тора. Әммә даими чемпионат һөҙөмтәһе менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалырға ярамай.
Иң мөһиме – плей-оффта көслө уйын күрһәтеү. Гагарин Кубогын яулау өсөн бөгөн юлаевсылар өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Хатта пандемия менән бәйле иҡтисади ауырлыҡтар ососронда ла республика команданы ярҙамһыҙ ҡалдырманы. «Команданың дуҫ һәм көслө икәнен беләбеҙ. Бындай коллектив менән уңышҡа иҫәп тоторға мөмкин», тине Башҡортостан башлығы.




