Иҫән булһа, уға 64 йәш тулыр ине. Ижадсы бик күп популяр йырҙар һәм опералар авторы. Өфөлә бөгөн композиторҙың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер сараһы була. Ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина.
Хәтер кисәһе баш ҡаланың Инвалидтар мәҙәниәт йортонда үтә, сәғәт 3-тә башлана. Әйткәндәй, Салауат Низаметдинов тәүге тапҡыр тап ошо сәхнәлә сығыш яһай.




