Бөгөн иртән Туймазы ҡалаһында ағас йорт янған. 7 йәшлек ҡыҙ иҫкәртеү сигналын ишеткәс тәҙрә аша сығып өлгөргән. Ата-әсәһен ҡотҡарыусылар сығарған. Янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Башҡортостанда быйыл 1 меңдән ашыу янғын булған, уларҙа 56 кешенең ғүмере өҙөлгән.




