Журналдың тәүге атамаһы – “Мәғариф эштәре”. Баҫмаға әлеге исеме 1936 йылда бирелә. “Ул педагогтарға ғына бағышланған журнал түгел”, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Миндибай Юлмөхәмәтов.
“Башҡортостан уҡытыусыһы”н Имай Насыри һәм Ғөбәй Дәүләтшин да етәкләй. Баш мөхәррир Салауат Кәримов белдереүенсә, бөгөн баҫма мәғарифтың көҙгөһө.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы яҙылыусылар һаны буйынса беренсе урында тора. Ул 9 телдә сыға.




