Бөгөн Башҡортостан Башлығы төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда алданған өлөшсөләр һәм ҡала төҙөлөшө мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды ярҙамында 55 объект буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Ҡайһы бер йорттарҙы төҙөп бөтөү ҡарала, икенселәре буйынса компенсация түләнә. Бының өсөн 6 миллиард 700 миллион һум күсерелгән. Радий Хәбиров Өфөлә бейек йорттар төҙөлөшөнә бәйле фекерен белдерҙе. Күп ҡатлы торлаҡ бер-береһенә яҡын төҙөлө, автомобиль ҡуйырға, балалар майҙансығы эшләргә урын юҡ. Ҡайһы берҙә төҙөлөш өсөн бөтөнләй рөхсәт булмай. Шуға Радий Хәбиров төҙөлөш өлкәһендә тәртип урынлаштырырға ҡушты.




