Шулай уҡ бала табыу бүлеге лә ниһайәт кадрҙар менән тәьмин ителгән. Медицина учреждениеһының диагностика һәм дауалау мөмкинлектәре хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Рәшит Мозафаровтың ковид-госпиталгә эләгеүенә теүәл бер аҙна. Температураһын 38 градустан төшөрә алмай, ул табиптарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Медицина тикшеренеүҙәренән һуң, үпкәһенең утыҙ процентҡа зыян күреүе билдәләнә. Ваҡытында дауалау курсы башлау иһә тәүге көндән үк ыңғай һөҙөмтә бирә. Хәйер, сал сәсле пациент үҙе лә коронавирусҡа бирешә торғандарҙан түгел.
Балалар һәм өлкәндәр өсөн уңайлы бокстар, иркен коридорҙар, заман талаптарына яуап биргән диагностика һәм дауалау алымдары. Стәрлетамаҡта ете тажлы ҡурайҙы хәтерләткән объектта кеше ғүмерҙәре өсөн көрәш алып барыла. Коронавирус фонында ауырыуҙарҙың хроник сирҙәре киҫкенләшеүе ихтимал, шуға табиптарға икеләтә көсөргәнешле режимда эшләргә тура килә.
Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталь рекорд һандар - ни бары илле көн эсендә төҙөлөп, 21 декабрҙә сафҡа индерелгәйне. Ошо ваҡыт эсендә был стеналарҙа 800-әнашыу пациентҡа медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ниһайәт март айынан башлап учреждение тулы ҡеүәттәэш башлай. Бында ҡатмарлыоперациялар яһаласаҡ.
Әмәлиәт өҫтәлендә - аппендициттан яфаланған пациент. Сценарий буйынса, уға ашығыс хирургия ярҙамы талап ителә. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы белгестәре төрлө хирургия алымдарына бәйле уҡыуҙар ойоштороп, яңы медицина ҡорамалдарына һынау үткәрә. Шулай уҡ республика буйлап бөртөклөп йыйылған кадрҙар составының эш тәжрибәһен баһалай.
Дуғаны хәтерләткән күсмә рентген-аппарат та ҡатмарлы эндоскопия диагностикаһы ойоштороуға булышлыҡ итәсәк. Ҡоролма пациенттар өсөн хәүефһеҙ һанала, нурланыу минималь кимәлдә.
Бала табыу бүлегендә лә тиҙҙән яңы тыуған сабыйҙарҙың тауышы яңғыраясаҡ. Акушер-гинекология йүнәлеше буйынса кадрҙар составы тулыһынса тупланған. Шулай ҙа ковид-госпиталдә тәжрибәле белгестәргә ихтыяж кәмемәй.
Ковид-госпиталь биләмәһендә вертолет майҙансығы ла булдырылған. Алыҫ райондарҙан ауыр хәлдәге пациенттарҙы санавиация менән килтереү ҡаралған. Яңы объекттың тулы ҡеүәттә эшләй башлауы күптән көтөп алынған ваҡиға, коронавирус менән көрәш мөмкинлектәре киңәйә.
Гөлназ Хәйбуллина




