Өфөнөң Дим биҫтәһендә һыу менән тәьмин итеү тулыһынса тергеҙелгән

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә ер эштәрен башҡарған ваҡытта махсус техника Генерал Күсимов урамындағы магистралгә зыян килтерә. Үткәргестәге баҫымдың кәмеүе һөҙөмтәһендә 100-гә яҡын фатир, биш тиҫтәләп шәхси йорт һәм 30-ҙан ашыу социаль объект һыуһыҙ ҡала. Проблема бөгөн иртән йорттарҙы резерв торбаға тоташтырғандан һуң ғына хәл ителә.

Тергеҙеү эштәре барышы менән танышыу өсөн ваҡиға урынына шунда уҡ Өфө хакимәте башлығы Сергей Греков килде. Баш ҡала етәксеһе ҡала структуралары араһында хеҙмәттәшлектең аҡһауына оло борсолоу белдерҙе. Сөнки авария «Башкиравтодор» һәм «Өфө һыу каналы» предприятиеларының килешеп эш алып бармауы һөҙөмтәһендә теркәлгән.

Дим биҫтәһендәге аварияны иҫкәртеү өсөн 12 сәғәт самаһы ваҡыт талап ителгән. Ә бына тергеҙеү эштәренә тағы ла күпме ваҡыт кәрәк буласағын белгестәр ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай. Шуға ла урындағы халыҡ әлегә резерв торбалар буйынса һыу менән ителгән.   

Фото №1 - Өфөнөң Дим биҫтәһендә һыу менән тәьмин итеү тулыһынса тергеҙелгән

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ