Хәҙер сит илдән килгән эшсе көстәрҙең тәғәйен эш урыны булыуы шарт. Бындай талаптар пандемия сәбәпле индерелә. Сикте үтеү һәм эшкә рөхсәт алыу үҙенсәлектәре Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры һәм Тажикстандың Рәсәйҙәге илсеһе Сәит Дәүләт Эмом менән осрашыуында өйрәнелде.
Әле илдә мигранттарға ихтыяж ҙур. Бигерәк тә төҙөлөш һәм үҫемлекселек өлкәһендә ҡул көсө етмәй. Сәсеү һәм төҙөлөш осорор яҡынлашыу менән был мәсьәлә ҡәтғиләшә генә. Әле Үзбәкстандан 8 мең, Тажикстандан 450 эшсе көстәргә ғариза бирелгән. Әгәр быға тиклем яҡын сит илдән килгән мигранттар квота менән генә Рәсәйгә үтеп инһә, хәҙер был документ ҡына етмәй. Яңы регламентҡа ярашлы, эшкә килеүселәргә һәм уларҙы ҡабул итеүселәргә лә мәшәҡәттәр артты.
Айнур Кәбиров




