Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Уның әйтеүенсә, йыш ҡына төҙөүселәрҙе халыҡтың фекере борсомай, улар урындағы хакимиәт биргән рөхсәт ҡағыҙҙарына һылтана.
Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, төҙөлөш өлкәһендә күп енәйәттәр дәүләт һәм муниципаль органдары ярҙамы менән яһалған. Шуға Өфө мэры Сергей Грековҡа кадрҙарға иғтибар итергә ҡушылды.




