Был ярышта мәктәп ашханасылары ҡатнаша. Март уртаһына тәғәйенләнгән сараның маҡсаты – белем биреү системаһында балаларҙы туҡландырыуҙы яҡшыртыу, тармаҡ белгестәре һөнәре абруйын күтәреү. Мәктәп ашнаҡсылары ярышы Башҡортостанда беренсе тапҡыр ойошторола.




