13 февраль кис һуңында янғын сығыуы тураһында мәғлүмәт килә. Ут Күгәрсен районының Семён-Петровский ауылында ҡабына.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлығы 7,5 тонна бесән янып бөтә. Уны һүндереүҙә 5 кеше һәм 2 техника ҡатнаша.
Утты тиҙ арала һүндерәләр. Бәхеткә күрә, кешеләрҙән зыян күреүселәр юҡ. Янғын сығыу сәбәбе тикшерелә.





