“Яңы моң” халыҡ-ара конкурсы яңы исемдәр аса

Фото №1 - “Яңы моң” халыҡ-ара конкурсы яңы исемдәр аса

Ошо көндәрҙә Өфөлә йыр бәйгеһенә һайлап алыу үтә. Конкурсҡа 7 илдән 800-ҙән ашыу заявка килгән. Кастингҡа 60 башҡарыусы саҡырылды. Проект авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин әйтеүенсә, һәләтле йәштәрҙең күпләп ҡатнашыуы конкурстың абруйын күтәрҙе.

“Яңы моң” халыҡ-ара конкурсы яңы исемдәр аса

Мәскәүҙән билдәле телевидение продюсеры һәм режиссеры Лина Арифуллина жюри составында эшләй. Ул проектҡа юғары баһа бирҙе һәм ҙур өмөттәр бағлай.

“Яңы моң” халыҡ-ара конкурсы яңы исемдәр аса

“Яңы моң” халыҡ-ара конкурсының беренсе телевизион эфиры Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 13 мартта күрһәтелә. Уны республика халҡы ғына түгел, ә башҡа илдәрҙә йәшәүселәр ҙә ҡарай ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ