Бөрйән районының 12 ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашасаҡ

Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Социаль объекттар, юлдарҙы төҙөкләндереү, ҡеүәтле техника һатып алыу – халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеүҙә район хакимиәте, бағыусылар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ.

Бөрйәндәр республика программаһында һигеҙенсе йыл ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә ауыл биләмәләренең 39 проекты еңеп сыҡҡан. Былтыр урамдарҙы яҡтыртыу, мәғариф учреждениеларында ремонт эштәрен башҡарыуға иғтибар йүнәлтелгән.

Фото №1 - Бөрйән районының 12 ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашасаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ