Башҡортостан ирекмәндәре төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа ярҙам итәсәк

Был проектҡа республика буйынса 560 ирекмән йәлеп ителә. Әле ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә, артабан иң тәжрибәле һәм әүҙем кандидаттар һайлап алынасаҡ. Заявканы Добро нөктә ру. интернет платформаһында бирергә мөмкин. Ирекмәндәрҙең һайлап алыу туры һәм йәмәғәт биләмәлрен төҙөкләндереү программаһы тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Айһылыу Шәрипова өсөн ирекмәнлек буш ваҡыттағы шөғөл генә түгел, йәшәү рәүеше, күңел торошо. Ул ҙур теләк менән төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнаша, өлкән йәштәгеләргә йә мохтаждарға ярҙам итә, йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ күрһәтә. Айһылыу яңы проектҡа ла ихлас ҡушылған, ул бер юлы ирекмәндәр туплауҙа ла ҡатнаша.

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекты сиктәрендә  балалар, спорт майҙансыҡтарын да, ихаталарҙы ла, парк-скверҙарҙы ла тәртипкә килтерергә мөмкин. Был эшмәкәрлек «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль программаһы буйынса алып барыла. Тик теге йәки был төбәктә төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы халыҡ үҙе һайлай. Ә ирекмәндәр уларға сайт менән дөрөҫ ҡулланырға, тауыш бирергә өйрәтәсәк.

Был проектта ҡатнашырға теләгән ирекмәндәр ғаризаны Добро нөктә ру. интернет платформаһында 22 мартҡа тиклем тиклем бирә ала. Артабан инде улар өсөн курстар ойошторола. Ә йәмәғәт биләмәләре өсөн тауыш биреү апрелдең 26-нан майҙың 30-на тиклем уҙа. Ирекмәндәр халыҡ күп йөрөгән майҙандарҙа эшләйәсәк.

Проект йәмәғәтселеккә дәүләт программаларында ҡатнашыу, үҙ фекереңде белдереү мөмкинлеге бирә, битараф булмаҫҡа өйрәтә. Башҡортостан программала йыл да әүҙем ҡатнаша, ирекмәндәр быйыл был эште тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрер тип көтөлә.

Руслан Хәбибов, Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры

Белгестәр әйтеүенсә, объекттарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән финанслау күләме халыҡтың әүҙемлегенә, тауыштарҙың күплегенә лә бәйле. «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда ике йылда 300-гә яҡын йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостан ирекмәндәре төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа ярҙам итәсәк

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ