Һыу ятҡылығын ләм баҫҡан. Ике йыл элек балыҡтар күп ҡырылған. Әле быуа ваҡытлыса киптерелә, таҙартыу сараларына техника йәлеп ителә. Дауамы киләһе яҙмала.
Насар еҫтән тын алырлыҡ түгел. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, яҡынса ике быуат элек булдырылған яһалма быуа бер ҡасан да таҙартылмай. Бында хатта ике йыл элек балыҡтар ҙа тонсоҡоуҙан ҡырылып бөтә. Белгестәр билдләүенсә, бындай күренеш һыу ятҡылығының ҡалдыҡтар менән бысраныуына бәйле.
Быға тиклем һыу ятҡылығы урындағы завод ҡалдыҡтары өсөн ҡулланылған. Аҙаҡ, технологиялар үҙгәрә. Быуа ташландыҡ хәлдә ҡала. Уны 2022 йыл башына тергеҙергә – ултырмаларҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү күҙаллана. Әлеге ваҡытта экскаваторҙар күлдең төбөн ләмдән таҙарта.
Ләм ҡатламы туңған ергә әйләнгән, уны утилләштереү талап ителә. Экспертиза билдәләүенсә, бындай ҡалдыҡтарҙы көнкүрештә ҡулланыу – хәүефле.
Күл яры ишелмәһен өсөн рәшәткәләр менән нығытыласаҡ. Биләмәлә йәйәүлеләр һуҡмағы төҙөләсәк. Быуа ҡала паркы ситендә урынлашҡан, был парктта ла төҙөкләндереү йылдам бара. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы эштәр йыл аҙағына тиклем тамаланыр тип көтөлә. Яҡын арала Благовщен халҡы өсөн яңыртылған ял итеү урыны һәм таҙа быуа сафҡа инәсәк.
Әлфинә Килдейәрова




