Киләһе аҙнала «Айыҡ ауыл» республика конкурсының һуңғы этабы үтә

Интернетта тауыш биреү башлана. Финалға – 54 ауылдың 12-һе генә үтәсәк. Әле жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың проект яҡлау этабы һөҙөмтәләрен баһалай.

Ауылдарҙың төҙөклөгөнән тыш, социаль-иҡтисади, демография күрһәткестәре, имен булмаған ғаиләләр менән алып барылған эшкә лә иғтибар йүнәлтелә. Шулай уҡ биләмәлә енәйәти күренештәр теркәлергә тейеш түгел. Быйыл бүләк фонды ҙур, иң айыҡ ауыл 5  миллион һум менән бүләкләнә.

Фото №1 - Киләһе аҙнала «Айыҡ ауыл» республика конкурсының һуңғы этабы үтә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ