Ул көндәр боҙолоуға бәйле ойошторолған. Туҡтап ял итеү мөмкинлеге Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылы янында булдырылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Бөгөн республикала урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә, алыҫ юлдан баш тартырға кәңәш ителә.




