Башҡортостан йәмәғәтселеге билдәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ғалим-педагог һәм йәмәғәт эшмәкәренә Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбенә Рим Сәйетбаттал улы исемен, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн уның исемендәге премия булдырыу, район үҙәгендә йә Яңы Ҡыйышҡы ауылында, Һәүәләй ауыл биләмәһендә яңы урамға Рим Искәндәровтың исемен биреү башланғысы менән сыҡты. Филология фәндәре кандидаты Фәнзил Саньяров һөйләй.




