Башҡортостан Башлығы һәм Ростех дәүләт корпорацияһының авиация кластеры индустриаль директоры “Гидравлика” һәм “ЕСМ” предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. “Гидравлика” Өфө агрегат ойошмаһында авиация һәм аэройыһан техникаһы өсөн йыһаздар етештерелә. Бында инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Анатолий Сердюков предприятие эшен юғары баһаланы. “ЕСМ” ойошмаһында юғары технологиялы станоктар сығарыла. Предприятиела етештереүҙе үҫтереү мөмкинлектәре бар. Радий Хәбиров ойошма етәкселеген Хөкүмәткә “Сәнәғәт сәғәте” ултырышына саҡырҙы.




