Ауырғазы районында тимер юл аша үтеү урынында КАМАЗ машинаһы тепловозға бәрелгән

Фото №1 - Ауырғазы районында тимер юл аша үтеү урынында КАМАЗ машинаһы тепловозға бәрелгән

Йөк автомобиле рулендә 23 йәшлек водитель булған. Ул светофорҙың тыйылған төҫөнә хәрәкәт иткән. Әле шофер дауаханала. Хәбәр итеүебеҙсә, иртәнге сәғәттәрҙә Архангел районында еңел автомобиль рельс автобусына килеп төкөлә. Водитель һәм уның пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған. Икенсе пассажир дауаханала үлгән. Республикала ҡатмарлы һауа шарттары һаҡлана. Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙә иғтибарлы йөрөргә саҡыра.

Ауырғазы районында тимер юл аша үтеү урынында КАМАЗ машинаһы тепловозға бәрелгән
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ