Юрмый ырыуы вәкилдәре ҡор йыйҙы

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары составындағы боронғо ҡәбилә – юрмый ырыуы вәкилдәре Баҡалы районында  ҡор йыйҙы.

Мостафа бик боронғо ауылдарҙың береһе. 1795 йылғы 5-се ревизия халыҡ иҫәбен алыуҙа унда  6 йортта 46 башҡорт йәшәһә, татарлар үҙҙәренең 17 йорт хужалығы менән йәшәп килгәндәр.

Юрмыйҙар башҡа башҡорт ҡәбиләләре кеүек, үҙ олоҫон булдырып йәшәгән халыҡ. Һәм уларҙың көнитмеше күрше ҡәрҙәш ырыуҙар - байлар, бүләр, йылан, ҡырғыҙ, ҡатайҙар менән ныҡ тығыҙ. Биләмәләре лә уларҙың сиктәш. Баҡалы районында Мостафа, Ҡатай, Иҫке Ҡорос, Урманай, тағы ла бер нисә ауыл юрмый ырыуына ҡарай.

Безнең Мостафа ауылы 2 осҡа бүленә. Юғары оста башҡортлар йәшәгән, түбән очта – Ҡазан очы тип йөрөтөлә, татарлар йәшәй. Юғары оч башҡортлары бик боронго – юрмый ырыуына ҡарай.

Розалия Зиннәтуллина, Мостафа ауылында йәшәүсе

1917 йылда Башҡорт автономиялы республикаһы барлыҡҡа килгәндә уларҙың күп ауылдары хәҙерге Татарстан республикаһы составында- әлеге Аҙнаҡай, Әлмәт, Мөслим, Лениногорск райондарынла тороп ҡалған. Был ырыуҙарҙың һәм ауылдарҙың боронғо олоҫ буйынса бүленеү карталарныда асыҡ күренә.

Инәйем, әтейем чыккандар Урманай һәм Сасыккул ауылынан. Бабайларым, әбейләрем дә бу жирдә усеп чыккандар.

Айрат Шаммазов, техник фәндәр докторы

Йыйында был ырыу һәм уның ауылдарының тарихы, ерле һөйләштең үҙенсәлектәре тураһында йөкмәткеле сығыштар яңғыраны.

Легендар дивизияла Бакалы егеттәре күп була. Уларҙың исемдәрен һеҙ слайдта күрәһегеҙ. Нурислам Мирхәйҙәров уларҙы 11 яугир тиһә, мин инде 28 кешене һананым. Күбеһе уларҙың Баҡалы военкоматынан китһә, күптәре башҡа военкоматтарҙан киткән.

Лениза Ғабдуллина, Иҫке Ҡатай мәктәбе уҡытыусыһы
Башбат

Меңдәр төйәге Әлшәй районында ғәйнәләрҙең Ғәйниямаҡ, Ғәйнә ауылдары булһа, юрмыйҙарҙың да бер сарпыһы мең ҡәбиләһе ерҙәрендә лә бар икән. Шундай ҡыҙыҡлы тарих биттәре асылды был йыйында.

Был шәжәрәне миңә Әнүәр ағай Әсфәндиәров эшләп бирҙе. Уның буйынса 1702 йылда Күҫәк бей олатам йәшәгән Әлмәт мулла ауылында.Һәм ул әлеге Дәүләкән районындағы Мәкәш ауылы территорияһына килеп ултыра. Мине Суфиян олатам ул Мәкәш ерендә тыуған.

Лариса Абдуллина, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире

Йыйында бик абруйлы зыялыларҙан торған Юрмый ырыуы Советы ойошторолдо, ырыуҙың Гербы раҫланды.

Фото №1 - Юрмый ырыуы вәкилдәре ҡор йыйҙы

Рәшиҙә Ишембәтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ