«Облака» заманса сәнғәт үҙәгендәге фотокомпозициялар Юрий Ветлугиндың тормошонан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урам һепереүсенең яҙмышы фоторәссам Роман Филиппов ярҙамында киң билдәлелек яуланы.
Фотоһүрәттәрҙә Юрий Ветлугиндың тормошо сағыла. Ҡапма-ҡаршы йөкмәткеле фотоларҙа бер үк кеше булыуы тәү ҡарашҡа ғәжәп тойола. Әммә быға береһе лә аптырамай, сөнки урам һепереүсене икенсе сүрәттә халыҡ быға тиклем күрҙе. Бер картинала ул сүп-сар һауыттары янында ташландыҡ креслола ял итеп ултырһа, икенсеһендә ҡиммәтле кейемдә һәм бөтөнләй икенсе образда. Ул үҙе урам һепереүсе эшен дә, яңы һөнәрен дә яратыуы тураһында әйтте, иң мөһиме- эш өсөн аҡса түләнһен.
Юрий Ветлугиндың яҙмышы бала сағынан ҡатмарлы. Зәғиф булып тыуған баланы балалар йортонда ҡалдырып китәләр. 3-сө төркөм инвалиды унан һуң урамда ҡала. Баш ҡалалағы ғаилә етемгә торлаҡ юллай. Инорс биҫтәһендә коммуналь фатирҙа бер бүлмә бирәләр.
Ир урам һепереүсе булып эшләй. Мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Күптән түгел яҙмышына битараф булмаған кешеләр уға аҡса йыйып бирҙе. Ә бөтәһе лә күршеһе Роман Филиппов ярҙамында ойошторолдо. Сөнки егет урам һепереүсене фотомодель булараҡ күрһәтте.
Ә урам һепереүсе киреһенсә, үҙенә булған иғтибарҙан арымай. Рекламала төшөргә лә саҡыра башлағандар. Күргәҙмәне асыу тантанаһына килеүселәр ҙә уның менән голливуд йондоҙолай күреп иҫтәлеккә фотоға төштө.
Рәмилә Исмәғилева




