Башҡортостан йондоҙҙары Истанбулда

Марат Фәйзуллин, Зилиә Бәхтиева, Нелли Аҡсурина Төркиәнең мәҙәни үҙәгендә Халыҡ-ара күргәҙмә асыуҙа ҡатнашты. Тантана 8 март  байрамына арналды. Нелли Аҡсурина «Ҡатын-ҡыҙ көсө» тип исемләнгән  картиналар серияһын тәҡдим итте. Тамаша этник музыка ҡоралдары көйҙәре менән оҙатылып барҙы.

Йырсы Зилиә Бәхтиева башҡорт, татар һәм төрөк телдәрендә  йырланы. Истанбулдың тарихи үҙәгендә, музейҙа ойошторолған байрамда Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле һәм Төркиә президентының хәләл ефете ҡатнашты.

Фото №1 - Башҡортостан йондоҙҙары Истанбулда

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ