Дүртенсе тапҡыр ойошторолған телемарафон Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа күрһәтелде.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көн айҡанлы әҙерләнгән сараға билдәле сәхнә оҫталары, спортсылар, табиптар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа билдәле шәхестәр саҡырылған. Бәхет биләмәһендә Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдиновты, Башҡортостан менән Татарстандың эстрада йондоҙҙары Салауат Фәтхетдинов менән Радик Юлъяҡшинды, блогер һәм сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиевты, спортсы Джеф Монсонды, акушер-гинеколог Динар Ғабдрахмановты һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.
Проекттың идея авторы Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, бөгөнгө телемарафон башҡаларынан айырыла, осрашыуға күберәк ир-егеттәр саҡырылған. Тап улар гүзәл заттарға ҡотлау һүҙҙәрен еткерә. Башҡаларға бәхет өләшеү өсөн үҙеңдең күңелең бәхет менән тулы булырға тейеш. Янығыҙҙа ышаныслы ир-егеттәр булыуын теләйем, тине ул.
"Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет билмәһе"ндә ир-егеттәр гүзәл заттарға йылы ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе, ә сәхнә оҫталары йыр-моңдарын бүләк итте. Мультиинструменталист Зәйнетдин хатта, дәртле дискотека ойошторҙо. Тәбрикләү һүҙҙәре Мәскәүҙән дә килеп етте.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына үҙенең тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ байрамға килеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Гүзәл заттарға матур прическалар яһанылар, биҙәндерҙеләр, төҙәндерҙеләр. Ойоштороусылар фекеренсә, бында үҙеңде наҙлы зат итеп тойоу өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Ҡунаҡтар иһә ҡатын-ҡыҙға иғтибар, хәстәр байрам көнөндә генә түгел, йыл әйләнәһенә булырға тейеш тигән фекерҙә.
Рәмзиә Кәримова




