Өфөлә феминистар байрамы. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы республиканың феминистары фестиваль ойошторҙо.
8 мартты улар үҙҙәренең хоҡуҡтары өсөн көрәштең төп символы тип иҫәпләй. Сара сиктәрендә кинотаҫмалар күрһәтелде, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. «Облака» заман сәнғәте үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ рәссамдарҙың һүрәттәре ҡуйылғайны.
Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса совет ағзаһы Кристина Абрамичева фекеренсә, һуңғы биш йылда төбәктә феминистар хәрәкәте ныҡлы үҫешә. Фестивалдең өс көн дауамында үтеүе быға асыҡ дәлил.
Гүзәл Борханова




