«Йәш гвардия» ағзалары «Һеҙгә, һөйөклөләребеҙ» тигән перформанс эшләгән

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы Өфөнөң «Торатау» конгресс холлы алдында «Йәш гвардия» ағзалары «Һеҙгә, һөйөклөләребеҙ» тигән перформанс эшләгән.

Заман ҡатын-ҡыҙҙарын сәскә гөлләмәһе, йә затлы бүләктәр менән ғәжәпләндерерлек түгел. Шуға күрә лә йәштәр ҡотлау һүрәтләмәһенә ижади ҡараған, улар «Торатау» конгресс холлы эргәһендәге иркен майҙанда ҡар өҫтөнә тәбрикләү һүҙҙәрен яҙған. Бының өсөн уларға тәүҙә ҡарҙы соҡоп хәрефтәр яһарға, һуңынан уны төҫлө буяу менән һиптереп сығырға тура килгән.

Мәғлүм булыуынса « Йәш гвардия» ағзалары йыл һайын 8 март көнө «Ҡәҙерлем, һин хаҡлы!» тигән сара уҙғара һәм комплиментлы плакаттар менән урамға сыға торғайны. Быйыл эпидемиологик талаптарға бәйле ҡотлау форматы үҙгәртелгән.

Фото №1 - «Йәш гвардия» ағзалары «Һеҙгә, һөйөклөләребеҙ» тигән перформанс эшләгән

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ