Гүзәл заттарҙы тәбрикләүгә Иглин районы фермеры Хәсән Иҙиәтуллин да ҡушыла. Байрам уңайынан крәҫтиән хужалығында башҡорт аттары ярҙамында «8 март» һүҙҙәре һынландырылды.
Ҡарлы баҫыу өҫтөндә «8 март» яҙыуы. Бындай үҙенсәлекле ҡотлау һүҙҙәре Хәсән Иҙиәтуллиндың фермер хужалығында аҫралған аттарҙан теҙелгән. Идеяны тормошҡа ашырыу өсөн Оло-Теләк ауылы фермерына Иглин районы хакимиәте ярҙамға килә.
Ҡыҙыҡлы акцияға башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүсе фермер коллективы ентекле әҙерләнә. Уңайлы урынды һайлауҙан тыш, бер меңдән ашыу йылҡы малын дөрөҫ итеп урынлаштырыу – еңел бурыс түгел.
Ҙур бүләктәрҙең береһе - байрам концерты. Район үҙәгенең вокзал майҙанында Мәҙәниәт йорто артистары сығыш яһаны. Иҫтәлекле көндә Йәш армия хәрәкәте вәкилдәре бер ҡатын-ҡыҙҙы ла сәскәһеҙ ҡалдырманы. Ирекмәндәр гөлләмә менән открыткалар таратты.
Байрам тамашаһы район Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Яҙҙың иң матур байрамын үҙешмәкәр коллективтарҙың сағыу сығыштары биҙәне.
Әлфинә Килдейәрова,




