Иҡтисади көрсөк ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ҡаршылыҡ түгел

8 мартта сәскәләр менән сауҙа итеү иң килемле бизнесҡа әйләнә. Дөрөҫ, бер ике көнгә генә, әммә күп кенә йүнселдәр тап ҡатын-ҡыҙҙар байрамында йылға етерлек табыш алып ҡала. Һөйгәндәрен күңелен күреү өсөн ирҙәр нисә һум сығарып һалырға әҙер? Яуап бер төрлө генә түгел.

Йыуылмаған биттәр, шешенгән күҙҙәр, ялбыр сәстәр. Ирҙәр бөгөн йоҡоһонан уянып та өлгөрмәй сәскә кибеттәрен штурмлауға тотондо. Ҡайһы берҙәр хатта, кейенеп тә тормай, пижамала ғына йорт эргәһендәге магазинға сыҡҡан. Иң мөһиме кеҫәлә аҡса булһын.

Ә сәскәләр кеҫәнең һәм мөхәбәттең төрлө ҙурлығына ла тәҡдим ителә. Байрам көндәрендә гөлләмәләрҙең хаҡы ике , хатта өс тапҡырға ла артып китә. Уртаса хәлле кибеттә хаҡтар меңдән алып ун мең һумға тиклем тирбәлә.

Сәскә баҙарында хаҡтар бер аҙға түбәнерәк. Шулай ҙа сауҙа рәттәренең артында ғына урынлашҡан күмәртәләп һатыу кибете менән сағыштырғанда, ике тапҡырға юғарыраҡ. Уның ҡарауы, һатып алыусылар бында гөлдө һарыған бал ҡорттары шикелле мыжғып тора. Гөлләмәнең матурлығы тураһында был осраҡта уйланып, һайланып тораһы түгел. Нимә эләктереп өлгөрәһең. Кәштәләрҙән башлыса рауза һәм ләләләр тиҙ юғапа, ти һатыусылар. Хәйер, был байрамда бер генә гүзәл зат та иғтибарһыҙ ҡалмай. Хатта, эштә булыусылар ҙа.

Бындай шатлыҡты «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты» ағзалары бүләк итә. Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары байрамды эштә уҙғарыусы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла ләлә сәскәләре өләшә.

Ә инде ниндәйҙер сәбәп менән сәскә гөлләмәһе алырға онотҡандарға юл буйы сервистары ла эшләй. Баш ҡалала, ҡала ситендә лә машиналарҙан ләлә һатыусылар йыш күренеш. Ләкин ғәҙәттә тәгәрмәс өҫтөндәге кибеттәрҙә хаҡтар ҙа юғары, сифат та яҡшынан түгел. Был иһә хәтер насарлығына, иғтибарһыҙлыҡҡа  ҡуйылған юғары хаҡ.

Фото №1 - Иҡтисади көрсөк ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ҡаршылыҡ түгел

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ