Ауырғазы районынан урындағы башланғыстарҙы хуплау проектында быйыл 21 ауыл биләмәһе ҡатнаша

2016 йылда программа эшләй башлағандан алып илленән ашыу социаль объект төҙөкләндерелгән, 15 берәмек техника ҡайтарылған. Халыҡ тәҡдиме менән тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Райондың  ауыл биләмәләре башлыҡтары халыҡтың тын алышын яҡшы белә. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ауырғазылар йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Талбазы ауылының Софиполе микрорайонында йәшәүселәр бер төптән зыяратты тәртипкә килтереү тәҡдимен индергән. Миллион һигеҙ йөҙ 43 меңлек ремонт эштәренә бағыусылар, хакимиәттең матди ярҙамынан тыш, халыҡ та өлөшләтә аҡса индерәсәк.

Батыр ауыл биләмәһе лә урындағы башланғыстарҙы хуплау республика программаһында әүҙем ҡатнашҡан. Яңы Итәкәй ауылында балалар баҡсаһының түбәһе ябылған. Көйәҙебаш ауылы мәктәбенең ҡыйығы яңыртылған, икенсе ҡатта тәҙрәләр алмаштырылған. Быйыл проектта ҡатнашып, белем биреү учреждениеһының беренсе ҡатында ла яңы тәҙрәләр ҡуйҙырырға ниәттәре.

Бишҡайын ауыл биләмәһенә  биш ауыл ҡараә. Халыҡ тәҡдиме менән  МТЗ-82 тракторылы булғандар. Ауыл ерендә техника ҡышҡыһын юл таҙартһа, йәй көнө лә эшһеҙ тормай. 

Бишҡайын ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы хуплау пректында 5-cе йыл ҡатнаша. Программа сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡҡсаһына капиталь ремонт үткәрелгән, МТЗ-82 тракторы алғандар. Быйыл иһә программала ҡатнашып, ҡар таҙартҡыс, бесән саптырғыс, һабан, сүмесле тейәгес һәм прицеплы булырға теләйҙәр.

Ауыл ерендә был техникаға өҫтәмә техник йыһаздар алыу бик мөһим. Сүп үләндәрен сабыуҙа, юл ремонтлауҙа улар уңайлы буласаҡ.

Владимир Евстафьев, Бишҡайын ауыл биләмәһе башлығы

Исмәғил ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Тимешкә ауылында йәшәүселәргә мәҙәни һәм ижтимаға саралар үткәреүгә ауыл мәҙәниәт йортон тәртипкә килтерергә кәрәк.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә 2019 йылда  Исмәғил ауылы мәктәбенә капиталь ремонт үткәрелгән, былтыр үҙәк ҡаҙанлыҡ яңыртылған. Быйыл да проектта ҡатнашырға тулы әҙерлек сигендә торалар.

Урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау проекты – ауырғазыларға социаль объекттарҙы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртергә, ауылдарын тәрти птә тоторға, халыҡтың тормошон яҡшыртырға  булышлыҡ итә.  

Биш йыл дауамында халыҡтан килгән тәҡдимдәр бөтәһе лә тиерлек ғәмәлгә ашҡан. Хөкүмәт, район хакимиәте, эшҡыуарҙар ярҙамы һәм халыҡтан йыйылған сығымдар менән ауыл тормошон күркәмләндерергә ярҙамиткән.

Фото №1 - Ауырғазы районынан урындағы башланғыстарҙы хуплау проектында быйыл 21 ауыл биләмәһе ҡатнаша

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ