Былтыр күп бала һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендә компенсация түләү тураһында норма ҡабул ителгәйне. Ошо осорҙа 160 документ тапшырылған, тағы ла 40 таныҡлыҡ хакимиәттәрҙә ҡаралыуҙа. Быйыл 200 документ тапшырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 50 миллион һум бүленгән. “Йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу” йүнәлешендә 2020 йылдың 31 декабренә ҡарата күп бала һәм инвалид бала тәрбиәләгән 4 мең ярым ғаилә ер участкалары алған.




