Быйыл Благовещен һәм Баймаҡ райондарында ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар әйләнеше буйынса ике инновацион экология комплексы төҙөлөшөн башлау планлаштырылған. Был 2024 йылға ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм үтилләштереү күрһәткестәрен арттырыу һәм полигондарға оҙатылған сүп-сар күләмен кәметеү мөмкинлеген бирә. Был йүнәлештә былтыр ҙа күп эш башҡарылған. Бюджет иҫәбенә Дыуан районында ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу буйынса полигондың икенсе сираты төҙөлөшө алып барылды. Бюджеттан тыш сығымдарға Иглин, Ауырғазы, Өфө, Кушнаренко райондарында 5 комплекс төҙөлдө.




