Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе эшмәкәрлеген камиллаштырыуға арналған кәңәшмә үтте

Фото №1 - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе эшмәкәрлеген камиллаштырыуға арналған кәңәшмә үтте

Маҡсат  - Рәсәй Конституцияһының яңы положениеларының ғәмәли эстәлеген тулыландырыу һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен камиллаштырыуға арналған кәңәшмә барышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров белдерҙе. Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү буйынса округтың консультация советы ултырышында Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин да ҡатнашты.

     Һуңғы осорҙа Волга буйы федераль округы төбәктәрендә 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Федераль проект нигеҙендә, 2024 йылға тиклем 126 мең кеше авариялы йорттарҙан яңы фатирҙарға күсерелергә тейеш. Был маҡсатта федераль округта 71 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған. Шуға ҡарамаҫтан коммуналь инфраструктураның таушала барыуы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Дөйөм алғанда, 2020-2021 йылдарҙағы йылытыу миҙгеле уңышлы үтеп бара. Федераль округ биләмәһендә күләмле коммуналь авариялар теркәлмәгән. Был эҙмә-эҙлекле башҡарылған эш һөҙөмтәһе, тип билдәләнде кәңәшмә барышында. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров:

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе эшмәкәрлеген камиллаштырыуға арналған кәңәшмә үтте

Ултырышта урындағы хакимиәт башлыҡтары тармаҡ эшмәкәрлеген камиллаштырыу, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иҫкергән  селтәрҙәрҙе яңыртыуға бюджет аҡсаларын бүлеү һәм һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән барлыҡ санитар нормаларҙы теүәл үтәү маҡсатында тейешле кодексҡа төҙәтмәләр индереү башланғысын хупланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ