Бөгөн Силәбелә Континенталь хоккей лигаһында плей-офф барышында “Салауат Юлаев” һәм “Трактор” араһында дүртенсе осрашыу үтә. Уйын бер-нисә минут элек башланды. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Әле серияла юлаевсылар 2-1 иҫәбенә алға сыҡты. 4 еңеү яулаған команда Көнсығыш конференцияла сирек финалға сыға.




