Башҡортостан иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләме артҡан

Былтыр алдағы йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес 100,9 процент тәшкил иткән.

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Рәсәй статистика комитет мәғлүмәттәре буйынса 2019 йылда инвестициялар 19 процентҡа күтәрелгән.

Ә үткән йылға килгәндә, илдең 35 төбәгендә инвестициялар артыуы күҙәтелгән, был исемлектә Башҡортостан да бар. Беҙҙең республика Нижегородка өлкәһе һәм Марий Элдан ғына ҡалышып өсөнсө баҫҡысты биләй. Пандемия шарттарында иҡтисади үҫешкә өлгәшеү бик ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров.

Оператив кәңәшмәлә «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектын ғәмәлгә ашырыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, быйыл 12 спектакль, шул иҫәптән 6 балалар әҫәрен сәхнәләштереү ҡаралған. Бынан тыш, мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы нығытыласаҡ, 8 театрҙа ремонт эштәре уҙғарыу, гастролдәргә йөрөү өсөн 4 автобус алыу күҙаллана.

Дөйөм алғанда, проект сиктәрендә ҡаралған эштәрҙе тормошҡа ашырыуға  44 миҙллион 500 мең һуң аҡса йүнәлтелә, уларҙың төп өлөшө, йәғни 39 миллион һумдан ашыуы федераль бюджеттан. Башҡортостан федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү буйынса лидер 10 төбәк исемлегенә инә, тине Әминә Шафиҡова.

Фото №1 - Башҡортостан иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләме артҡан

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ