М-5 трассаһының 1457-cе километрында КАМАЗ, ФУР ДАВ йөк машиналары һәм Нива автомобиле бәрелешә. Юл һәләкәте һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юлдағы тығын тағы ла бер аварияға сәбәпсе була.
Видеотеркәү ҡоролмаһындағы яҙманан күренеүенсә, ауыр йөк тейәгән КАМАЗ юғары тиҙлектә алда барған еңел автомобилде йөк машинаһына килтереп ҡыҫа. Юл-транспорт ваҡиғаһында «Мицубиши лансер» автомобиле водителе менән уның пассажирының ғүмере өҙөлә.
Гүзәл Борханова




